Һаулыҡ һаҡлау министрлығынан алынған мәғлүмәттәргә ярашлы, уҙған тәүлектә төбәктә коронавирус инфекцияһы йоҡтороусылар 290 кешегә артҡан. Пандемия башланғандан алып Башҡортостанда коронавирус инфекцияһы менән сирләүселәр 380 мең ярымға етә яҙҙы. Әле стационарҙарҙа 246 кеше дауалана, тағы ла 3 787 кеше сиргә ҡаршы амбулатор шарттарҙа көрәшә. Алдараҡ Роспотребнадзор идаралығы етәксеһе Анна Попова быйылғы миҙгелдә коронавирустан ковидҡа ҡаршы прививка талап ителмәүе тураһында хәбәр иткәйне.