Быға бәйле, баш ҡаланың Граждандарҙы яҡлау идаралығы халыҡты йылы кейенергә, юлда һәм йәмәғәт урындарында иғтибарлы булырға, водителдәрҙе алыҫ юлға йөрөүҙән тыйылып торорға, сыҡҡан осраҡта йылы кейем, юрған алырға, кеҫә телефонын тейешенсә зарядкаларға, тиҙлек режимын арттырмаҫҡа кәңәш итә. Шулай уҡ йорт эсендә йылытыу ҡорамалдары менән һаҡ эш итеү зарур. Синоптиктар хәбәр итеүенсә, бөгөн төндә төбәктә 31-36, көньяҡ райондарҙа 23-28, көндөҙ 25-30, республиканың көньяғында 17-22 градусҡаса һыуыта.