Дәүләт программаһы буйынса шәхси йорттарға зәңгәр яғыулыҡ

Тиҫтә йылдар дауамында Яңауыл ҡалаһының «Аэропорт» микрорайонда йәшәүсе халыҡ йорттарға газ үткәреүҙе һорап район хакимиәтенә мөрәжәғәт иткән. Был хаҡта эш сәфәре барышында Башҡортостан етәксеһе менән осрашыуҙа ла һүҙ ҡуҙғатылған. Башҡортостан Башлығы менән тура бәйләнештә халыҡ ҡуйған социаль мәсьәләгә төплө яуап бирелде. Яңауылда газ селтәрҙәре төҙөлөшө һәм газ үткәреү дәүләт программаһы үтәлеше хаҡында ентекләберәк БЮТ хәбәрсеһе Гүзәл Борханова репортажы.

Яңауыл ҡалаһының «Аэропорт» биҫтәһе йылдам үҫешә. Унда меңдән ашыу яңы йорт төҙөлгән. Ер участкалары күп балалы һәм һаулыҡ буйынса мөмкинлектәре сикләнгән бала тәрбиәләгән ғаиләләргә бүленгән. Халыҡ йорттарға зәңгәр яғыулыҡ үткәреү мәсьәләһен ыңғай хәл итеү маҡсатында күп тапҡырҙар район хакимиәтенә мөрәжәғәт иткән. Үтенес Республика Башлығы Радий Хәбировҡа еткерелгәндән һуң мәсьәлә хәл ителгән.

Ҡаланың «Аэропорт» биҫтәһе газ үткәреү буйынса дәүләт программаһына индерелде. 2022 йылда 31 мең 653 километр газ торбалары һуҙылды. Әлеге ваҡытта бында 177 ғаилә даими йәшәй. 109 ғаилә йәшәгән шәхси йорт зәңгәр яғыулыҡҡа тоташтырылған.

Ирина Ғизетдинова, Яңауыл районы хакимиәтенең архитектура һәм ҡала төҙөлөшө бүлеге етәксеһе

Күп балалы Глуховтар ғаиләһе быға тиклем фатирҙа йәшәгән һәм газ тәьминәте өсөн айына алты мең һумдан ашыу түләгән. «Аэропорт» микрорайонындағы яңы торлаҡҡа августа күскәндәр.

Йорттоң дөйөм майҙаны 110 квадрат метр. Ғаилә дәүләт программаһына эләгеп, зәңгәр яғыулыҡлы булған.

Ғаиләнең өлкән улы махсус хәрби операция биләмәһендә, уртансы ҡыҙҙары Өфө урман техникумы студенты. Кинйәләре етенсе класта уҡый.

Көндәлек тормошта зәңгәр яғыулыҡ ҡулланыу кирбестән төҙөлгән йортта теләгән микроклиматты булдырырға ярҙам итә. Электр менән йылытҡандағы кеүек стеналар күгәрмәй, өй бүлмәләре ҡоро һәм йылы. Аш бешергәндә лә электр плитәһендәге кеүек бер генә режимда бешермәйһең, газды үҙеңә кәрәгенсә көйләйһең.

Яңауыл ҡалаһының «Аэропорт» микрорайоынында газ үткәреү дәүләт программаһы сиктәрендә 109 йортҡа зәңгәр яғыулыҡ үткәрелгән. Дәүләт программаһы халыҡҡа йәшәү кимәлен күтәреп, ғаилә бюджетын экономиялау мөмкинлеге биргән.

Гүзәл Борханова