Мәсетле районы Ләмәҙ-Тамаҡ ауылында «Уйна һәм йырла, Мәсетле гармуны!» тип исемләнгән гармунсылар һәм баянсыларҙың асыҡ конкурсы үтте. Сара мәҙәниәт үҫешенә тос өлөш индергән, Халыҡ-ара конкурстар лауреаты Рәлит Ғонсаров иҫтәлегенә арналды. Бәйгегә 32 заявка ҡабул ителгәйне, һайлап алыу этабын уңышлы үткәндәр Гала-концертҡа саҡырылды. Ҡатнашыусылар араһында Өфө ҡалаһы, Дыуан, Ҡыйғы райондары, Свердлов өлкәһе вәкилдәре лә булды.
Гармунсылар һәм баянсыларҙың асыҡ конкурсы һөҙөмтәләре буйынса Гран-приға Ләмәҙ-тамаҡ ауылынан Мансур Фәтихов лайыҡ булды. Уға диплом, махсус статуэтка һәм иҫтәлеккә бүләк тапшырылды. Ойоштороусылар киләсәктә конкурстың географияһын тағы ла киңәйтеү, сәнғәткә күберәк йәштәрҙе ылыҡтырыу маҡсатын ҡуя