Проект Республика "Инвестиция сәғәте"ндә ҡаралды. Уға ярашлы, комплекс Стәрлетамаҡта "Алға" махсус иҡтисади биләмәһендә урынлаша. Инвестор 2 миллиард һумдан ашыу аҡса йүнәлтергә әҙер. 100 эш урыны булдырыла. Тәүге продукцияны 2027 йылда сығарыу көтөлә. Радий Хәбиров белдереүенсә, Өфөнө матурлау өсөн күп материал кәрәк. Проект хупланды.