Башҡортостанда авария хәлендәге йорттарҙан күсереү буйынса программа үтәлде

Эштәр  2019-2024 йылдарҙа башҡарылырға тейеш ине. 2017 йылдың 1 ғинуарына тиклем йәшәү өсөн хәүефле тип танылған йорттарҙа йәшәүселәр күсерелде. Программа үтәлеше Республика  Башлығы контролендә  булды. 210 йортта йәшәгән 4 мең 800 граждан яңы торлаҡ алған. Алдағы йылдарға яңы программа әҙерләнә. Ул 2022 йылдың 1 ғинурына авария хәлендә тип танылған йорттарҙа йәшәүселәргә тәғәйенләнә.