Өфөләге "Искра" кинотеатры мәҙәни мираҫ объекттары исемлегенән алына

Дәүләт экспертизаһы һөҙөмтәләре буйынса шундай ҡарар ҡабул ителгән. Комиссия һығымталарына ярашлы, бина тарихи-мәҙәни әһәмиәтен юғалтҡан. Бында күп тапҡыр реконструкция эшләнгән. "Искра" кинотеатры 1970 йылда асыла. 2021 йылда ябылды.