Джефф Монсон баш ҡалала урамда ҡалған һәм наркотиктарҙан зыян күреүселәргә приют асырға теләй

Кешеләргә ярҙам итергә ваҡыт. Дәүләт Йыйылышы - Ҡоролтай депутаты Джефф Монсон баш ҡалала урамда ҡалған һәм наркотиктарҙан зыян күреүселәргә приют асырға теләй. Учреждение Черниковка биҫтәһендә урынлашыр тип күҙаллана. Унда ауыр тормош хәленә ҡалған граждандарға туҡланыу ойошторола, даими йәшәү урыны хәстәрләнә. Унда улар медицина тикшереүе үтәсәк, наркомания менән эскелектән дауаланасаҡ. 52 йәшлек Джефф Монсон бразилия джиу-джитсуһы буйынса донъя чемпионы . Ил халҡы спортсыны 2018 йылдан Рәсәй гражданины булараҡ белә.

Бәләгә тарығандарға бик ныҡ ярҙам иткем килә. Был изгелекте мин йөрәк ҡушыуы буйынса эшләйем.

Джефф Монсон, Дәүләт Йыйылышы - Ҡоролтай Депутаты