Ейәнсура районының Ҡаҙанболаҡ ауыл советы биләмәһендә йәшәүселәр урындағы башланғыстарҙы хуплау программаһында 2014 йылдан ҡатнаша. Халыҡ тәҡдимдәр индереп, ауылдарҙы үҫтереүгә көс һала. Быға тиклем Иҙелбәк ауыл мәҙәниәт йорто ремонтланған, балалар майҙансығы төҙөлгән, МТЗ-80 тракторы алынған. Иҙелбәк ауылында зыярат кәртәһен дә яңыртыу күҙаллана. Проекттың дөйөм хаҡы миллион ярым һум.