Йыл башынан алып санитар авиация менән 1829 кешегә ашығыс медицина ярҙамы күрһәтелгән, уларҙың 407-һе бер йәшкә тиклемге балалар. Был турала социаль селтәрҙәрҙә республика башлығы Радий Хәбиров яҙып сыҡты.
Төбәк етәксеһе билдәләүенсә, авария, ғәҙәттән тыш хәлдәр осрағында табиптарға кеше ғүмерен һаҡлап ҡалыу өсөн һәр минут ҡәҙерле. Был ваҡытта санитар авиация ярҙамғка килә. 2020 йылда санитар авиацияны үҫтерергә тотонғас Башҡортостанда ике вертолет, ололарҙы эвакуациялауға - 6, балалар өсөн - 4 санитар автомобиль барлыҡҡа килде. Тағы ла перинаталь үҙәк тә йөклө әсәләргә өс техникала саҡырыуға сыға. Санитар авиация табиптары ялһыҙ һәм байрамһыҙ дежурлыҡ итә. Юлда ла консультация бирә. Яҡын арала Рәсәй Һаулыҡ һаҡлау министрлығы менән өҫтәмә финанстар бүленеүгә килешеү төҙөләсәк. Был тағы ла осоштарҙы арттырып, ҡотҡарылған кеше ғүмерҙәрен арттырасаҡ.
Шул уҡ ваҡытта дауаханаларҙа вертолет майҙандарын йыһазландырыу эше лә дауам итә. Әле ул перенаталь үҙәктә, Башҡорт дәүләт медицина университеты клиникаһында, Белорет, Стәрлетамаҡ, Сибай ҡалаларында бар. Ә киләсәктә тағы ла күп кенә медицина учреждениеларында булдырылыр тип көтөлә.