Бәләбәй ҡалаһында йәшәүсе Рима Астафьева дәүләттән адреслы социаль ярҙам алып теген цехы асҡан

Яратҡан эш һәм килем. Бәләбәй ҡалаһында йәшәүсе Рима Астафьева дәүләттән адреслы социаль ярҙам алып теген цехы асҡан. 350 мең һумлыҡ субсидия аҡсаһына эшҡыуар тегеү машинкалары һатып алған. Бының өсөн ул Мәшғүллек үҙәгенә заявка ҡалдырып, бизнес-план төҙөгән.

Әйткәндәй, дәүләттән финанс ярҙамды үҙ эшеңде асыу һәм киңәйтеү өсөн генә түгел, ә эш эҙләү һәм ҡатмарлы тормош шарттарын хәл итеү өсөн юлларға була. Ярты йылға тиклем ай һайын 14 мең һумлыҡ субсидияға ғәҙәттән тыш хәл сәбәпле йортһоҙ ҡалыусылар, бәлиғ булмаған инвалидтарҙы тәрбиәләүселәр, 3 йәшкә тиклем сабый ҡараусы тулы булмаған ғаиләләр һәм башҡалар дәғүә итә ала. Тулыраҡ мәғлүмәт менән Республиканың Ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау сайтында танышырға мөмкин.

Дәүләт ярҙамы менән минең хәҙер шәхси цехым бар. Ҡала халҡына спорт һәм йорт кейемдәре тегәм. Яңыраҡ балалар йортонда тәрбиәләнеүселәр өсөн кофталар эшләнем. Был бик уңайлы программа. Яратҡан эше булған кешеләргә унда ҡатнашырға саҡырам.

Рима Астафьева, тегенсе, эшҡыуар