Өфөлә йәшәүсе Денис Чернавин юғары наградаға лайыҡ шәхестәрҙең береһе

Махсус хәрби операция башланғандан алып яугир йөҙәрләгән хәрби осошҡа сығып дошмандарҙы һәм уларҙың хәрби техникаһын юҡҡа сығарған. Һәләтле хәрби вертолетсыың яҡындары менән БЮТ ижади төркөмө аралашты. Тулыраҡ мәғлүмәт БЮТ хәбәрсеһе Флорида Ким яҙмаһында.

Борсолоу һәм шул уҡ ваҡытта оло ғорурлыҡ менән Юрий Чернавин улы тураһында һөйләй. Денис Чернавин махсус хәрби операцияла 538 хәрби осошҡа сығып илбаҫар дошмандар менән көрәшә. Тиҫтәләгән бронетехника һәм танктарҙы, ике меңдән ашыу неонацисты юҡҡа сығарғаны өсөн пилот Рәсәй Геройының «Алтын Йондоҙона» лайыҡ булған.

Денис Чернавин Өфөнөң 128 мәктәбен, Сызрань хәрби авиация училещеһын алтын миҙал менән тамамлаған. Ниндәй эшкә генә тотонмаһын вертолетсы бәләкәйҙән буласаҡ һөнәренә яуаплы, етди ҡараш менән әҙерләнгән.

Вертолет полкы командиры махсус хәрби операция башланған көндәрҙән үк һөнәри бурсын үтәп быйыл йәй көнө хәрби хеҙмәткә Приморье крайына күсерелә.

Денис Чернавин Ҡаһарманлыҡ ордены, Рәсәй Геройының «Алтын Йондоҙона» лайыҡ шәхес һәм илһөйәр патриот бөгөн булһа ла вертолетта хәрби бурысын башҡара. 9 декабрь - Ватан Геройы көнөн хәрби зәңгәр күк йөҙөндә, хеҙмәттәштәре менән яңынан - яңы осоштарға сығып туған ерен һаҡлауға үҙ өлөшөн индерә.

Флорида Ким