Өфөнөң граждандарҙы яҡлау идаралығы әҙләү-ҡотҡарыу отряды ойошторолоуға 25 йыл

1998 йылда отряд 36 ҡотҡарыусы һәм диспетчерҙар менән эш башлаһа, хәҙер был хеҙмәттә 70 кеше һәм 37 берәмек техника иҫәпләнә. 25 йыл эсендә 70 мең тапҡыр ҡотҡарыуға сығып 16 мең кеше ғүмерҙәре һаҡлап ҡалынған. Ҡотҡарыу хеҙмәтенең сирек быуатлыҡ юбилейы айҡанлы баш ҡалала тантаналы сара уҙҙы. Был һөнәрҙә лайыҡлы эшләгән хеҙмәткәрҙәргә наградалар тапшырылды.

Быйыл ғына 3 мең тапҡыр ҡотҡарыуға сыҡтыҡ. Февраль айында Төркиәләге ер тетрәүҙән һуң башҡарылған ҡотҡарыу эштәрендә ҡатнаштыҡ.

Александр Григорьев, Өфө граждандарҙы яҡлау идаралығы эҙләү - ҡотҡарыу отряды етәксеһе