Ишбирҙелә «Урал» һауыҡтырыу-спорт комплексы асылды

Ауыл - Район башҡорттары Ҡоролтайы иғлан иткән “Сәләмәт ауыл” конкурсында ҡатнаша. Ошоға ярашлы ауылда төрлө саралар ойошторола. Тулыраҡ киләһе яҙмала.

Ишбирҙеләр сәләмәт тормош яҡлы. Ауылдың оҫта ҡуллы ир-егеттәре ҡыҫҡа ваҡыт эсендә “Урал” һауыҡтырыу-спорт үҙәге файҙаланыуға тапшырған. Уны асыу тантанаһында район хакимиәте башлығы Фәнис Әминев, район Советы секретары Рөстәм Сәйетов, Баймаҡ районы башҡорттары ҡоролтайы башҡарма комитеты ағзаһы Рәсүл Сәлимов ҡатнашты.

Иҫке бина ремонтланып хәҙер заманса спорт үҙәгенә әйләнгән. Бөгөн унда фитнес менән шөғөлләнеү, бильярд, теннис уйнау өҫтәлдәре, тренажер ҡоролмалары, шулай уҡ шашки һәм шахматты үҙ итеүселәргә лә барлыҡ шарттар булдырылған.

Һауыҡтырыу-спорт үҙәгенә “Урал” исеме юҡҡа бирелмәгән.Ул шашка һәм шахмат чемпионы булып танылған ауыдаштары - Урал Моратовтың яҡты иҫтәлегенә арналған. Тантаналы сарала спорт үҙәген төҙөүҙә әүҙем ҡатнашҡан ир-егеттәргә рәхмәт хаттары тапшырылды. Киләсәктә Ишберҙеләр буш ваҡыттарын файҙалы үткәреп, спорт өлкәһендә яҡшы һөҙөмтәләргә өлгәшер!

Альбина Байегетова