Йомғаҡлау этабында баш ҡала райондарында йәшәүсе ғаиләләр ҡатнашты. «Йәш ғаилә» ҡала конкурсы быйыл 25-се тапҡыр уҙғарыла.Ҡатнашыусылар конкурстың өс этабында көс һынашты. Һәр ғаилә үҙҙәре менән таныштырғандан һуң, ителлектуаль һорауҙарға яуап бирҙе һәм мюзикл форматында театрлаштырылған постановка күрһәтте.
Һынауҙар йомғаҡтары буйынса жюри ҡарары менән Өфөнөң Калинин районынан Хәжиәхмәтовтар ғаиләһе конкурс еңеүсеһе тип билдәләнде. Тап улар республика кимәлендә баш ҡала исеменән сығыш яһаясаҡ. Барлыҡ ҡатнашыусыларға иҫтәлекле бүләктәр тапшырылды, бәләкәй конкурсанттар ҙа уйынсыҡһыҙ ҡалманы.