Баш ҡалала әйберҙәргә икенсе ғүмер биреү буйынса экологик акция үтте

Уны «Таҙа Өфө» ирекмәндәр хәрәкәте ойошторҙо. Экологик акция сиктәрендә теләгән һәр кем кәрәкмәгән әйберен тапшыра ала. Ирекмәндәр ҡатын-ҡыҙҙар, ир-егеттәр һәм балалар әйберҙәрен бүлеп мохтаждарға тарата йәки эшкәртеүгә ебәрә. Гуманитар ярҙам рәүешендә ҡышҡы кейем-һалым, аяҡ кейеме, түшәк кәрәк-ярағы, таҫтамалдар, хужалыҡ, канцелярия тауарҙары һәм яңы йыл биҙәүестере ҡабул ителә. Әйберҙәр уңайлы, таҙа, һәйбәт торошта булырға тейеш.