«БСТ» телеканалы Яңы йыл тамашаһы әҙерләй

«Аптыраған» тип исемләнгән шоу баш ҡалала төшөрөлә. Башҡортостандың төп телеканалында күптән бындай тамаша булғаны юҡ, тип белдерә ижади коллектив. Өр-яңы форматтағы тапшырыуҙы камералы форматта әҙерләү өҫтөндә бер нисә тиҫтәләп кеше - режиссерҙар, операторҙар, ут һәм декорация оҫталары һәм башҡалар эшләй.

Тамаша күңелле музыка һәм уйын-көлкөгә бай буласаҡ. Телеканал йондоҙҙарынан башҡа, Яңы йыл төнөндә телевизор ҡараусыларҙы өс тиҫтәгә яҡын артист, шул иҫәптән, Фәдис Ғәниев, Рәсүл Ҡарабулатов, Элвин Грей һәм башҡалар ҡыуандыра. Тамаша барышында хәйриә акцияһына старт бирелә. Шоу мажаралары сценарийға нигеҙләнеп төшөрөлә, ә инде ҡалған серҙәрҙе ижади коллектив байрам төнөндә ҡарарға саҡыра.