Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығынан хәбәр итеүҙәренсә, бөгөн иртән Өфөлә Блюхер урамында күп фатирлы йортта ут сыҡҡан. Төтөн өҫкө ҡаттарға таралған. Йорттан 8 кеше сығарылған. Зыян күреүселәр юҡ. Ут һүндерелгән. Был хәл буйынса тикшереү бара. Кушнаренко районында ла янғын булған. Ахлыстин ауылында ағас йорт янған. Ут һүндерелгән. Өлкән йәштәге ирҙең тәне бешкән, ул район дауаханаһына оҙатылған.