Беҙҙең республика Рәсәйҙә 2022 йыл һөҙөмтәләре буйынса алдынғылар рәтенә инде. Был турала социаль селтәрҙә Республика Башлығы хакимиәте етәксеһе Максим Забелин хәбәр итә. - 2022 йылда төбәктәр 33 күрһәткес буйынса баһаланды. Беҙҙә йәш ғалимдар һаны арта, фәнни тикшеренеүҙәргә күберәк аҡса бүленә, етештереүҙә алдынғы технологиялар ҡулланыла. Евразия фәнни-белем биреү үҙәге эшмәкәрлеге лә рейтингка йоғонто яһай, - тип яҙа Максим Забелин.