Башҡортостанда бокс мәктәбе үҫешкән

Был турала социаль селтәрҙә премьер-министр  Андрей  Назаров яҙа. Ул  Республика бокс  федерацияһын етәкләй. - 5 йылда спорт үҫешен финанслау ике тапҡырға артып 8 миллиард 800 миллион һумға етте. Инфраструктура объекттары һаны буйынса Мәскәүҙән генә ҡалышабыҙ. Маҡсат - илдә иң яҡшыһы булыу, - ти Андрей Назаров. Бөгөн Башҡортостанда бокс менән 4 меңдән ашыу кеше шөғөлләнә.