Башҡортостанда контракт буйынса хәрби хеҙмәт менән ҡыҙыҡһыныусылар байтаҡ

Ирекле батальондар ойоштороу штабы етәксеһе урынбаҫары  Борис Мөжәүиров белдереүенсә, улар араһында 50, 60 йәштән өлкәндәр, шулай уҡ йәштәр бар. Ҡатын-ҡыҙҙар ҙа контракт төҙөй. Улар медицина комиссияһы үтә. Хеҙмәт итәсәк урындары билдәләнә. Штаб быйыл 23 февралдә булдырылды. Ошо ваҡытта бер нисә мең кеше менән контракт төҙөлдө. Улар "Башҡортостан" полкы составында хеҙмәт итә. Штаб Өфөлә, Әй урамы 63-сө йортта урынлашҡан. Сәғәт 9-ҙан киске 6-ға тиклем эшләй. Контракт шарттары тураһында 117 берҙәм номерына шылтыратып та белешергә мөмкин.