Был турала Радий Хәбиров социаль селтәрҙә хәбәр итә. Быйыл ошондай үҙәктәр янында туристик инфраструктураны яҡшырытыу өсөн 25 миллион һумдан ашыу грант аҡсаһы бүленгән. Ҡунаҡ йорттары, кемпингтар төҙөлә, ҡорамалдар яңыртыла, яңы туристик маршруттар әҙерләнә.