Башҡортостанда санитар авиация осоштары арттырыла

Был тармаҡҡа өҫтәмә аҡса бүлеү буйынса Рәсәй һаулыҡ һаҡлау министрлығы менән  килешеү төҙөү ҡарала. Ошо турала социаль селтәрҙә Республика башлығы Радий Хәбиров хәбәр итә. “Башҡортостанда 2020 йылдан 2 вертолет, ололарҙы һәм балаларҙы  эвакуациялау өсөн 10, перинаталь үҙәктә  3 санитар автомобиль беркетелгән. Санавиация табиптары тәүлек әйләнәһенә дежурҙа, юлға сығырға, ситтән тороп консультация бирергә әҙер. Беҙ дауаханаларҙа вертолет майҙансыҡтарын булдырыу өҫтөндә эште дауам итәсәкбеҙ”-, тип яҙған Радий Хәбиров.