“Роснефть” нефть компанияһына ҡараған “Башнефть” ойошмаһы быйыл ярты миллион төп ағас үҫентеһе ултыртты. Экологик программа барышында республикала 178 гектарҙа йәшелләндереү эше башҡарылды. “Йәшел Башҡортостан” акцияһы ваҡытында Дәүләкән районында “Асылыкүл” тәбиғәт паркында 30 мең төп ҡарағай һәм ҡарағас үҫентеләре ултыртылды. “Башнефть” ойошмаһынан билдәләүҙәренсә, компания экологияға ҙур иғтибар бирә. Ағас ултыртыу кеүек саралар даими ойошторола. Акцияла һәр хеҙмәткәр ҡатнаша ала. “Башнефть” компанияһы Төмән, Ырымбур, Силәбе өлкәләре, Удмурт республикаһында ла йәшелләндереү эштәрен алып бара.