Байрам итергә, әммә саманан аштырмаҫҡа. Был хаҡта бөгөн аҙналыҡ оператив кәңәшмәлә әйтелде. Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров Джефф Монсон менән Дмитрий Дудкоға дәүләт наградалары тапшырҙы. Республикалағы көнүҙәк темалар хаҡында БЮТ хәбәрсеһе Рәмилә Исмәғилева.
Салютһыҙ ғына. Яңы йыл кәйефе тыуҙырырға, байрам итергә, әммә самаһын белергә. Башҡортостан башлығы махсус хәрби операция барған ваҡытта киң ҡолас менән үткәрелгән корпоротивтарҙан баш тартып йылды баҫалҡы йомғаҡларға саҡырҙы.
Яңы йыл байрамдарында Башҡортостан поликлиникалары ял көндәре графигы буйынса иртәнге һигеҙҙән бишкә тиклем асыҡ була. Шылтыратыуҙар көндөҙгө дүрткә саҡлы ҡабул ителә. Был хаҡта республиканың һаулыҡ һаҡлау министры Айрат Рәхмәтуллин хәбәр итте. Станционарҙар ғәҙәттәгесә, ашығыс медицина ярҙамы станциялары ла шундай уҡ режимда эшләйәсәк. Ведомство башлығы тармаҡты модернизациялау тураһында ла сығыш яһаны. Киләсәктә ошо маҡсатта 8 миллиард һум аҡса йүнәлтелә.
Коммуналь хужалыҡта яңы йыл каникулдарында дежур итеү ҡаралған. 352 авария- тергеҙеү бригадаһы тупланған. Ҡар көрәү өсөн 3 меңдән ашыу техника йәлеп ителә. Ике меңдән ашыу урам йыйыштырыусы, бер меңдән ашыу юлсы башҡалар ял иткәндә эшләйәсәк.
Был аҙанала 14 декабрҙә, Мифтахетдин Аҡмулланың тыуған көнөндә республикала башҡорт теле көнө билдәләнә. Башҡорт теле көнө Радий Хәбиров ҡарарына ярашлы 2019 йылдан үткәрелә. Ике көн дауамында республикала төрлө саралар ҡаралған. Башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусылары, башҡорт балалар баҡсалары төркөмдәре тәрбиәселәре, милли инновацион мәктәп директорҙары араһында «Остаз» республика конкурсының финалы төп сараларҙың береһе буласаҡ.
Оперативкала Башҡортостандың авария-ҡотҡарыу хеҙмәте етәксеһе урынбаҫары Александр Сопиндың «Башҡортостан» мотоуҡсылар полкы сафына үҙ теләге менән ҡушылырға ҡарар итеүе хаҡында әйтелде.
Радий Хәбиров спортсы, Донбастан беҙҙең төбәккә күсеп килеп йәшәүсе үҫмерҙәргә грэплинг буйынса бушлай тренировкалар уҙғарыусы Джеф Монсонды Халыҡтар дуҫлығы ордены, Донбаста объекттарҙы төҙөкләндереүҙә ҡатнашҡан Дмитрий Дудконы Миңлеғәле Шайморатов миҙалы менән бүләкләне.
Рәмилә Исмәғилева