Бөгөн төндә Башҡортостандың баш ҡалаһында температура рекорды ҡуйылды. Өфө-Дим метеостанцияһында 30,9 градусҡаса һыуытты. Быға тиклемге температура рекорды 70 йыл дауамында 29,6 градусты тәшкил иткән. Бындай аномаль күренеш ҡала халҡы, бөтә махсус хеҙмәттәр өсөн дә һынау булды.
Сатлама ҡышта битен өшөтөүселәр, туңыусылар ҙа бар. Юлдарҙағы боҙлауыҡ та ҡала халҡына айырым мәшәҡәт өҫтәй. Баш ҡаланың 5-се травпунктына көнөнә генә аяҡ-ҡулын һындырған, йә туңған 20-нән ашыу пациент мөрәжәғәт итә.
Ҡаланан алыҫлашҡан һайын, тән өлөштәрен туңдырыу ихтималлығы арта. Сатлама осорҙа ҡотҡарыусылар юғары әҙерлектә, беренсе шылтыратыуҙан ярҙамға ашыға. Алыҫ юлға сығыр алдынан улар водителдәргә автомобилдең төҙөклөгөн тикшерергә, үҙҙәре менән йылы кейем, термоста сәй алырға кәңәш итә.
Ғәҙәттән тыш хәл йәки буран осрағына ҡотҡарыусылар мобиль йылытыу пунктын әҙер тота. Федераль трассаларҙа тығындар барлыҡҡа килһә, унда водителдәргә йылы урын, ҡайнар сәй тәҡдим итәләр. Республиканың айырым райондарында төндә һауа температураһы 45 градусҡаса түбәнәйгән. Әммә тиҙҙән Башҡортостанда көн тошошо нормаға киләсәк.
Әммә быға тиклем табиптар ҙа, ҡотҡарыусылар ҙа халыҡҡа ябай һаҡлыҡ сараларын иғтибарһыҙ ҡалдырмаҫҡа саҡыра. Йылы кейенергә, тышта бер сәғәттән дә оҙаҡ йөрөмәҫкә, алыҫ юлға сыҡмаҫҡа кәңәш итә.
Лилиә Мәҡсүтова