Ил-именлеге-ир-егеттәр иңендә. Бөрйән районы Яуымбай ауылынан Мырҙағоловтарҙың ике улы ла алғы һыҙыҡта. Егеттәрҙең береһе Шайморатов исемендәге батальонда, икенсеһе «Ватан» отрядында хеҙмәт итә. Махсус хәрби операцияға үҙ теләге менән юлландылар, иҫән-һау, еңеп әйләнеп ҡайтһындар, ти яугирҙарҙың ата-әсәһе. Мырҙағоловтарҙың берҙәм, татыу ғаиләһендә БЮТ ижади төркөмө лә булды, теманы БЮТ хәбәрсеһе Рәмзиә Кәримова дауам итә.
Гөлнара Мырҙағолова үҙе өйҙә булһа ла күңеле, уйҙары менән алыҫтағы балалары янында. Уның ике улы ла махсус хәрби операцияла, 27 йәшлек өлкәне Шайморатов исемендәге батальонда, 24 йәшлеге «Ватан» отрядында. Әсә ил һаҡлауҙың ир-егеттәр бурысы икәнен яҡшы аңлай, әммә ҡышҡы һыуыҡтарҙа блиндажда өшөмәйҙәрме, аслы-туҡлы йөрөмәйҙәрме, тип хафалана. Әле күңел йылыһын ҡушып йөн ойоҡ-бейәләйҙәр бәйләйем, ти Гөлнара Мырҙағолова.
Мырҙағоловтар улдары ҡайтыуға йылы әйберҙәр генә түгел, яратҡан тәғәмдәрен дә әҙерләй. Ҡырҙа йөрөгәндә өй ризығы һағындыра , ти улар. Атайҙары улдары менән ғорурлығын йәшермәй, малайҙар бәләкәй саҡтан эшкә талымһыҙ, йүнсел булып үҫә. Көндәлек тормошта ла, уҡыуҙа ла, спортта ла һынатмайҙар, ил алдындағы хәрби бурысын да лайыҡлы үтәйҙәр.
Насирйән Мырҙағолов кинйә улын да ағалары өлгөһөндә тәрбиәләй. 8-се синыфта уҡыған Ильяс та спорт менән шөғөлләнә, ата-әсәһенең төп ярҙамсыһы. Ҡыйыу йөрөкле, ҡаһарман рухлы ағайҙарым менән ғорурланам, ти үҫмер.
Өйҙәге бар һөйләшеүҙәр, уй-теләктәр алғы һыҙыҡта йөрөгән яугир уландар менән бәйле. Бәйләнеш өҙөлөп оҙаҡ шылтыратмай китһәләр ҡулға эш бармай башлай. Иҫән-һау, еңеү менән әйләнеп ҡайтһындар, ти Мырҙағоловтар. Ә тыуған яҡтарында уларҙы йылы ғаилә усағы көтә.
Рәмзиә Кәримова