Харламов дивизионы командаһы Континенталь хоккей лигаһының «Йондоҙҙар уйыны» еңеүсеһе булды

Улар финалда Тарасов дивизионы йыйылма командаһын еңде. Санкт-Петербургта үткән осрашыуҙың төп ваҡыты 7:7 иҫәбе менән тамамланды. Буллиттар серияһында Харламов дивизионы командаһы уйынсылары мәргәнерәк булды. Бобров дивизионы, Чернышев Дивизионы командаһын еңеп, өсөнсө урын яуланы.

КХЛ йондоҙҙары араһында Өфөнән Александр Самонов менән Сергей Колесников сығыш яһаны. Һуңғыһы «Толпар» клубынан. Юлаевсылар голкиперы Александр Самонов дәғүәселәрҙең буш ҡапҡаһына шайба индереүгә өлгәште. Тәнәфескә сирена яңғырауға ҡарамаҫтан, судьялар кәңәшләшкәндән һуң был голды иҫәпләргә ҡарар итте.