Юл хәрәкәте хәүефһеҙлеге дәүләт инспекцияһының махсус батальоны хеҙмәткәрҙәре ялған таныҡлыҡлы водителде ҡулға алды.
Мәскәү - Өфө автомобиль юлында инспекторҙар 14-се модель ВАЗ-ға идара итеүсе 28 йәшлек ирҙе туҡтата. Ул Илеш районында теркәлгән була. Документтарҙы тикшергәндә Мәғлүмәт базаһында уның таныҡлығы Дағстанда теркәлгән икенсе гражданиндыҡы булыуы асыҡлана. Туҡтатылған водитель иҫерек килеш машина йөрөткәне өсөн таныҡлыҡтан мәхрүм ителгән була. Уның һүҙҙәренсә, ялған документты ул интернет аша 60 мең һумға һатып алған. Иргә ҡарата административ протокол төҙөлгән.