Бөрйән районында ҡырағай йәнлектәр малға һөжүм итә

Көҙ айҙарында айыуҙар халыҡтың малын һуғып ыҙалатһа, әле бүреләр, төлкөлөр кәртәгә инә башлаған. Урындағы халыҡ әйтеүенсә, йыртҡыстар малға ғына түгел, кешеләргә лә һөжүм итеүе ихтимал. Төлкөләр хатта буш торған өйҙәргә хужа булып алған. Бөрйән районы Әбделмәмбәт ауылынан Фәрзәт Ҡаһарманов әйтеүенсә, йыртҡыс йәнлектәргә һунар талаптарын үҙгәртмәй тороп проблеманы хәл итеп булмаясаҡ. Мәҫәлән, айыуға лицензия хаҡы ҡиммәт, һунарсылар билдәләнгән ваҡытта айыу аулай алмаһа аҡса юғала. Ә урманлы-таулы зонала йыртҡысты табыу еңел генә түгел.