«Иглин хәбәрҙәре» гәзите редакцияһында физик мөмкинлектәре сикләнгән граждандарҙың көнүҙәк мәсьәләләренә ҡағылышлы «Ҡыҙыу линия» ойошторолдо. Бәйләнештә Иглин районы хакимиәте, һаулыҡ һаҡлау министрлығы һәм социаль хеҙмәт вәкилдәре ҡатнашты. Бер сәғәт эсендә ете шылтыратыу ҡабул ителде. Тәү сиратта махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларҙы реабилитациялау мәсьәләләре күтәрелде. Шулай уҡ яугирҙарҙың ғаилә ағзаларын берләштереүсе йәмәғәт ойошмаһын булдырыу кәрәклеге билдәләнде. Һорауҙарҙың күбеһе мөмкинлектәре сикләнгән кешеләргә медицина ярҙамы күрһәтеүгә ҡағылды.