Өфөлә «Беренселәр хәрәкәте лидерҙары» тип исемләнгән конкурс үтте

«Торатау» Конгресс-холына республика район-ҡалаларынан 200-ҙән ашыу ҡатнашыусы йыйылды. 12 йәштән 17 йәшкә тиклемге үҫмерҙәр 12 номинация буйынса көс һынашты. Тәүге этапта йәштәр видеопрезентация аша үҙҙәренең ҡаҙаныштарын күрһәтһә, икенсеһендә комиссия алдында сығыш яһаны. Конкурстанттар ижади сараларҙа, дебаттарҙа ҡатнашты, үҙ проекттарын тәҡдим итте. Ойоштороусылар бәйгене киләсәктә даими уҙғарырға ниәтләй.