Башҡортостан дәүләт концерт залында «ЮлдашХит -2023» концерты үтте

Йыл дауамында барған хит- парад еңеүселәренең иң шәп йырҙары бер концертта яңғыраны. Уларҙың ижады төрлө номинациялар буйынса баһаланды. Фестиваль быйыл халыҡ-ара кимәлгә сыҡты. БЮТ хәбәрсеһе Рәмилә Исмәғилева дауам итё.

“ЮлдашХит-2023” - халыҡ яратҡан йырсыларҙан моңло йырҙар, «теге өсәү»ҙән йор һүҙ, эксклюзив бүләктәр, көтөлмәгән асыштарға бай булды.

Ҡытай йырсыһы Динь Ян башҡорт халыҡ йыры «Сыңрау торнаны» моңло башҡарып таң ҡалдырҙы.

Астананан килгән Акимхан Маженов тыуған телендәге йырҙан тыш «Онотолоп ҡарап ҡалдым» йырын башҡортса ишеттерҙе.

Моң майҙаны күптән күрешмәгән дуҫтарҙы осраштырыу майҙаны ла булды. Миңлеәхмәт Ғәйнетдинов менән Азат Айытҡолов башҡорт халыҡ көйҙәренә теҙмә менән күңелдәрҙе күтәрҙе.

Тамашасылар Әлдермешкә лә ҡайтып килде. Был юлы Элвин Грей менән. Күп кенә ретро йырҙарҙы заманса форматта еткереүсе был юлы ла музыкаль композицияһы менән әсир итте.

Радиолағы йырҙарҙың хит булып китеүе тамашасыларҙың ҡабул итеүенә бәйле. Тап улар тауыш биргән йырҙар хит кимәлендә таныла.

Концерт Айҙар Ғәлимов менән Элвин грейҙың «Моңдар ҡайтһын ауылға» йырын башҡарыуы менән тамамланды. Сәхнәнән сығыш яһаған йондоҙҙар һәр күңелде моңға сорнаны.

Рәмилә Исмәғилева,