Республика Башлығы Радий Хәбиров үткәргән “Төҙөлөш сәғәте” ултырышында шулай тип белдерелде. Әле 22 проблемалы объект иҫәпләнә. Төҙөлөш һәм архитектура министрының беренсе урынбаҫары Артем Ковшов әйтеүенсә, йыл аҙағынаса Өфөлә Октябрь революцияһы урамындағы күп фатирлы йорт файҙаланыуға тапшырыла, 14 объект буйынса компенсация түләргә ҡарар ителгән. Бының өсөн Биләмәләрҙе үҫтереү фонды ярҙам итә. Бынан тыш, республика һәм төҙөлөш компаниялары көсө менән 6 йорттан фатир алған 300-ҙән ашыу алданған өлөшсө мәсьәләһе хәл ителә. Һуңғы 5 йылда республикала 68 проблемалы объект файҙаланыуға тапшырылды, 8,5 мең кеше алданған өлөшсө исемлегенән сығарылды.