Башҡортостан Башлығы 29 ноябрҙә тура эфирҙа халыҡ һорауҙарына яуап бирҙе. Трансляция 5 телеканалда һәм ике радиола алып барылды. Башҡортостан юлдаш телевидениеһында тура бәйләнеште 900 меңгә яҡын кеше ҡараған. МедиаХиллс компанияһынан хәбәр итеүҙәренсә, был күрһәткес федераль каналдарҙа шул ваҡытта барған тапшырыуҙарҙан ике тапҡырға күберәк. Радий Хәбиров яҡынса дүрт сәғәт дауамында һорауҙарға яуап бирҙе. Эфирға әҙерлек барашында 4 мең 299 мөрәжәғәт ҡабул ителгән.