Нуриман районында мини-датчик ярҙамында күп балалы ғаилә янғындан ҡотолған

Башҡортостан Ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса дәүләт комитетынан хәбәр итеүҙәренсә, ваҡиға Бикмырҙа ауылында теркәлгән. Ут яғылған мейес ҡапҡасын асырға онотоу сәбәпле аш-һыу бүлмәһендә төтөн таралған. Янғынды иҫкәрткән мини-сирена тауышын ишетеп ҡалған ғаилә йортто елләтеп өлгөргән. Был ваҡытта өйҙә ике өлкән кеше һәм дүрт бала булған. Ғаиләгә мини-датчик республика ҡаҙнаһы иҫәбенән бушлай тапшырылған.