Башҡортостан юлдарында ҡағиҙә боҙоуҙы автоматик рәүештә яҙыусы 1 мең 827 фотовидеотеркәү комплексы эшләй. Был күрһәткес буйынса төбәк Рәсәйҙә алдынғылар иҫәбендә.
Республиканың юл хәрәкәтен ойоштороу үҙәге етәксеһе вазифаһын башҡарыусы Илья Крюков «Транспорт сәғәте»ндә билдәләүенсә, быйыл был комплекстар 2 миллиард 300 миллион һумлыҡ административ хоҡуҡ боҙоуҙарҙы теркәгән. Водителдәр түләгән штрафтар артабан юлдарҙы ремонтлауға, төҙөүгә һәм хеҙмәтләндереүгә йүнәлтеләсәк. Аварияларҙы иҫкәртеү маҡсатында Өфөнөң һәм Стәрлетамаҡтың 41 урам киҫелешендә автоматик фотовидеотеркәү комплекстары эшләй. Киләсәктә Өфө, Октябрьский, Нефтекама һәм Салауат ҡалаларында тағы ла 56 комплекс ҡуйыу күҙаллана. Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров был башланғысты хупланы.