Рәсәй Президенты уҙғарасаҡ тура линияға һанаулы ғына көндәр ҡалды

Быйыл Владимир Путин ил халҡы менән аралашыуҙы ҙур матбуғат конференцияһы менән берләштереп, уның форматын үҙгәртте. Сара Мәскәүҙә 14 декабрҙә үтә. Эксперттар фекеренсә, яңы формат темаларҙы төрлө яҡтан ҡарап, диалогты күләмле итә. Президентҡа һорауҙы теләгән һәр кем бирә ала. Һорауҙарҙы социаль селтәрҙәр, шулай уҡ махсус ҡушымта һәм телефон аша бирергә мөмкин. Барлыҡ мәғлүмәт Москва-Путину.РФ порталында тупланған.