Өфөнөң 39-сы гимназияһы уҡыусылары Рәсәй конституцияһы буйынса белемен тикшерҙе

Профилле кластарҙа уҡыусылар Рәсәй конституцияһына арналған 20 һорауға он-лайн форматта яуап бирҙе. Диктант башланыр алдынан йәмғиәт белеме нигеҙҙәре һәм хоҡуҡ фәне уҡытыусыһы Лилиә Рахманғолова балалар менән илебеҙҙең төп законы - Рәсәй конституцияһы хаҡында әңгәмә үткәрҙе. Конституция хаҡында диктант үҫмерҙәргә Берҙәм дәүләт имтихандары алдынан йәмғиәт белеме нигеҙҙәре һәм хоҡуҡ предметтарын тағы ла тәрәнерәк өйрәнеүгә этәргес бирә.

Бөгөнгө диктант беҙгә профилле кластарҙа белем алыусыларғға бик мөһим. Беҙ диктант ярҙамында Рәсәй Конституцияһы хаҡында белемебеҙҙе нығытабыҙ.

Данила Матвиенко, Өфөнөң Ә. Фәйзуллин исемендәге 39-сы гимназияһының 11-се класс уҡыусыһы

Гимназияның 3-4-се класс уҡыусыларына Рәсәй конституцияһы тарихы хаҡында видеофильм тәҡдим ителде. Рәсәйҙең төп ҡануны яҙылған документты өйрәтеүсе танып-белеү дәресен малай-ҡыҙҙарға Эльвира Мөхәммәтшина үткәрҙе.Тәрбиә эштәре һәм балалар ойошмалары менән хеҙмәттәшлек итеү буйынса директор урынбаҫары йәш быуын үҙ хоҡуҡтарын һәм бурыстарын белеү кимәлен интерактив форматта тикшерҙе.

Рәсәй Конституцияһын 1-се кластан өйрәнәм. Мин гражданлыҡ бурыстарын һәм хоҡуҡтарын яҡшы беләм.

Сабина Заһирова, Өфөнөң Ә. Фәйзуллин исемендәге 39-сы гимназияһының 3-сө класс уҡыусыһы