Өҫтәмә белем биреү программары быйыл сентябрҙә башланған. Әлеге ваҡытта бер төркөм студенттар баш ҡала мәктәптәренең башланғыс һәм урта кластары өсөн дәрестәр ойошторка. Уҡыуҙар бер нисә этапта уҙа: тәүҙә үҫмерҙәр программа, 3д моделдәр йыйырға, артабан робот ҡорорға өйрәнә. 3-4 ай дауам иткән дәрестәр түләүле. Робот йыйырға өйрәнергә теләүселәр университеттың Йәштәр Технопаркына мөрәжәғәт итә ала. Әйткәндәй, дәрестәрҙе баш ҡаланың вуз-ара кампусында оҙаҡламай асыласаҡ ойошма филиалында үткәреү ҡаралған.