«Атайсал» мәҙәниәт үҙәгендә патриотик сара үтте

Ул Нариман Сабитов исемендәге 1-се Балалар музыка мәктәбе, Балалар ижады ассоциацияһы тарафынан ойошторолдо. Илһөйәрлек рухы менән һуғарылған концерт Башҡортостан башлығы грантына тормошҡа ашырылған. Бер нисә сараны берләштергән проект ярты миллион һумлыҡ грант менән баһаланған. Аҡсаға шулай уҡ музыка мәктәбенә сәхнә костюмдары, техника һатып алынған.