Радий Хәбиров һалҡындарҙа һаҡ булырға кәңәш итте

Республика Башлығы Радий Хәбиров һалҡындар ваҡытында бөтә хеҙмәттәрҙең көсәйтелгән тәртиптә эшләүе тураһында хәбәр итте. Ярҙам кәрәк булһа "112" һандарына шылтыратырға була. - Халыҡҡа һаҡ һәм иғтибарлы булырға, водителдәргә  алыҫ юл алдынан бөтә  хәүефте иҫәпкә алырға кәңәш итәм, - тине  Радий Хәбиров. Башҡортостанда алдағы көндәрҙә һауа температураһының әкренләп күтәрелеүе  көтөлә.