Радий Хәбиров тышҡы иҡтисади эшмәкәрлекте үҫтереү буйынса стратегик сессияла ҡатнашты

Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров видеобәйләнеш режимында тышҡы иҡтисади эшмәкәрлекте үҫтереү буйынса стратегик сессияла ҡатнашты. Кәңәшмәнә Рәсәй Хөкүмәте рәйесе Михаил Мишустин үткәрҙе.

Сит ил партнерҙары менән һөҙөмтәле үҙ-ара эш итеү Рәсәйҙәге күп кенә процестарға, шул иҫәптән инвестициялар йәлеп итеүгә, сәнәғәтте үҫтереү динамикаһына, инновациялар индереү темптарына, халыҡтың килеменә йоғонто яһай, тине премьер-министр. Уҙған йылдың аҙағында Президент дуҫ илдәрҙең перспективалы партнерҙары менән тышҡы иҡтисади хеҙмәттәшлекте киңәйтеү бурысын ҡуйҙы. Беҙҙең тауар әйләнешендә бындай дәүләттәрҙең өлөшө йылдам үҫә. 2030 йылға уларҙың өлөшө 90 процентлыҡ планканы үтергә мөмкин, тип билдәләне Михаил Мишустин.