Бөрйән районы ауылдары урындағы башланғыстарҙы хуплау программаһында ҡатнаша

Бөрйән районында урындағы башланғыстарҙы хуплау программаһына ярашлы 11 проектты тормошҡа ашырыу ҡарала. Әле ауыл биләмәләренда конкурс талаптары буйынса документтар әҙерләнә, халыҡ менән осрашыуҙар үткәрелә. Муниципаль берәмектә эш барышы менән БЮТ хәбәрсеһе Рәмзиә Кәримова танышты.

Исламбай мәҙәниәт йортонда һуңғы йылдарҙа йыр-моң тауышы тынмай. Объектҡа реконструкция үткәрелгәндән һуң ижад өсөн уңайлы шарттар барлыҡҡа килгән. Әле мәҙәни учреждениела тиҫтәгә яҡын коллектив эшләй, улар республика, район кимәлендәге конкурс-фестивалдәрҙә әүҙем ҡатнаша. Мәҫәлән, «Серҙәштәр» вокал ансамбле ауылдың ғорурлығы.

Яҡты, матур мәҙәниәт йортоноң бер бүлмәһендә ауыл китапханаһы ла урын алған. Бында өлкәндәр ҙә, балалар ҙа яратып йөрөй. Китапханасы Флүзә Әхмәтйәнова төрлө саралар ойоштороуҙан тыш, үҙе лә йәмәғәт эшендә әүҙем ҡатнаша.

Исламбай мәҙәниәт йорто урындағы башланғыстарҙы хуплау программаһы буйынса төҙөкләндерелгән. Ауылда ошо программа буйынса шулай уҡ янғын һүндереү техникаһы алынған, урамдарға яҡтыртыу ҡоролмалары урынлаштырылған. Ауыл биләмәһе быйыл да проекттан ситтә ҡалырға уйламай, Аҫҡарҙа балалар өсөн уйын майҙансығы төҙөү күҙаллана.

Урындағы башланғыстарҙы хуплау программаһында Бөрйән районынан быйыл 11 ауыл биләмәһе ҡатнаша, проекттар төрлө, әммә һәр береһе ерле халыҡ өсөн мөһим, кәрәкле.

Урындағы башланғыстарҙы хуплау иң халыҡсан һәм һөҙөмтәле программаларҙың береһе. Быйыл ғына уның сиктәрендә 500 миллион һумға 708 проект тормошҡа ашырылған. Киләһе йылда һөҙөмтәләр тағы ла яҡшыраҡ булыр тип көтөлә. Иң мөһиме халыҡтың ойошҡанлығы, берҙәмлеге һәм тыуған төйәгенең яҙмышына битараф булмауы.

Бөрйән районы урындағы башланғыстарҙы хуплау программаһында әүҙем ҡатнаша. Йыл һайын ошо проект сиктәрендә һәр ауыл биләмәһендә көнүҙәк социаль проблемалар хәл ителә. Иң мөһиме төҙөлөш йәки төҙөкләндерелеү талап ителгән объектты ерле халыҡ үҙе һайлай һәм уны тормошҡа ашырыуҙа әүҙем ҡатнаша.

Рәмзиә Кәримова