Өфөнөң йәш граждандарына тәүге рәсми документ тапшырылды

Бөгөн Өфөнөң йәш граждандарына тәүге рәсми документ - Рәсәй гражданины паспорты тапшырылды. Рәсәй Конституцияһын ҡабул итеү көнө уңайынан уҙғарылған тантана баш ҡаланың һәр районында ойошторолдо. Ентекләберәк БЮТ хәбәрсеһе Әлфинә Килдейәрова.

Өфөнөң Ленин районы хакимиәтендә тантаналы сара. Баш ҡала йәшәүсе 8 үҫмер Рәсәй Конституцияһы көнөндә төп документ - ҡулына паспорт алды. Ул ғына ла түгел, малай-ҡыҙҙар Рәсәй Конституцияһын ҡабул итеү тарихы менән танышты, уның тураһында ҡыҙыҡлы факттар тураһында белде.

Владимир Путиндың фотоһүрәте менән автографы. Өсөнсө класс уҡыусыһы Мария өсөн был көн айырыуса иҫтәлекле һәм тулҡынландырғыс. Ҡыҙ Ил Президентына яҙған хатына яуап алып, хыялын тормошҡа ашырҙы.

Президенттың бүләген Башҡортостандың баш федераль инспекторы Алексей Касьянов тапшырҙы. Ул Веремеевтар ғаиләһе менән аралашып, Владимир Путиндың Башҡортостандағы ҡабул итеү бүлмәһе буйлап экскурсия ойошторҙо. Мария тағы бер хыялы менән уртаҡлашты.

Президенттың Башҡортостандағы ҡабул итеү бүлмәһендә лә 14 йәше тулған малай-ҡыҙҙарға паспорт тапшырыу тантанаһы үтте. Сараға уҡыуҙа, спортта, мәктәп тормошонда әүҙем ҡатнашыусы уҡыусылар һәм төрлө олимпиада еңеүселәре саҡырылған.

Паспорт - шәхес танытмаһы ғына түгел, уға эйә булған һәр кеше Рәсәй Федерацияһының тулы хоҡуҡлы гражданы. Ул үҙ сиратында илде яҡлау, оло быуын тураһында хәстәрләү һәм тарихты белеү бурысын да йөкмәтә.

Әлфинә Килдейәрова