Бөгөн ил буйынса 45 меңдән ашыу студент етенсе Бөтә Рәсәй хоҡуҡи диктантҡа ҡушылды

Шул иҫәптән Башҡортостандың юғары уҡыу йорттарының юридик факультетында уҡыусылар ҙа белемен һынап ҡараны.

Өфөлә хоҡуҡи диктант өсөн майҙансыҡтар өс урында ойошторолдо. Студенттар өсөн Мәскәүҙең Рәсәй дәүләт китапханаһы менән бәйләнеш булдырылды, сараның үҙәк майҙансығында күренекле дәүләт эшмәкәрҙәре сығыш яһаны. Бөтә Рәсәй юридик диктант 14 йәштән өлкән граждандарға иҫәпләнгән. Тест 40 һорауҙан тора, яуаптарға 60 минут ваҡыт бирелә. Һынауҙы телефон аша ла үтергә мөмкин. Һәр ҡатнашыусыға сертификат тапшырыла.

Мин мөмкин булған 100 балдан 84-те йыйҙым. Әлбиттә, һөҙөмтә менән ҡәнәғәт түгелмен, шулай ҙа диктант ниндәй өлкәлә белемем етмәүен асыҡланы. Йыл һайын хоҡуҡи диктантта ҡатнашам, беҙ үҙебеҙҙең конституцияны, хоҡуҡтарыбыҙҙы белергә тейешбеҙ.

Динә Абдрахманова, 3-сө курс студенты