Өфөлә Яңы йыл каникулында халыҡтың хәүефһеҙлеген тәьмин итеүгә арналған кәңәшмә үтте

Бөгөн Башҡортостан Хөкүмәтендә Яңы йыл каникулында халыҡтың хәүефһеҙлеген тәьмин итеүгә арналған кәңәшмә үтте. Һөйләшеүҙә министрлыҡтар, ведомстволар, йәмәғәтселек именлеге һағында торған хеҙмәт етәкселәре ҡатнашты.

Статистика мәғлүмәттәренән күренеүенсә, оҙайлы каникул фажиғәле осраҡтарҙың артыуына килтерә. Яңы йыл каникулда янғын сығыу, туңыу йәки шартлатҡыстарҙан зыян күреү кеүек күренештәр йыш теркәлә. Шуға күрә лә белгестәр уяулыҡты юғалтмаҫҡа, һаҡ, иғтибарлы булырға саҡыра. Шулай уҡ өлкәндәрҙең балаларҙы күҙ уңынан ысҡындырмауы ла мөһим. Хөкүмәт Премьер-министры урынбаҫары Ирек Сәғитов әйтеүенсә, байрам мәлендә полиция хеҙмәткәрҙәре, ҡотҡарыу хеҙмәттәре өҙөклөкһөҙ эшләйәсәк. Әммә халыҡтың да хәүефһеҙлек талаптарын үтәүе мөһим.