2023 йылда Республиканың 242 ауылына мобиль элемтә һәм юғары тиҙлекле 4G мобиль интернет үткәрелгән

2023 йылда Башҡортостандың 242 ауылына мобиль элемтә һәм юғары тиҙлекле 4G мобиль интернет үткәрелгән. 9 мең кеше хәҙер интернет һәм элемтә менән тәьмин ителгән.

«Һанлы иҡтисад» милли проектына ярашлы, программа 100-500 кеше йәшәгән тораҡ пункттарға тарала. Былтыр республикабыҙ илдең бөтә төбәктәре араһында күсмә элемтәгә иң ҙур квотаға эйә булған. Киләһе йыл республиканың тағы ла 50 тораҡ пункты мобиль бәйләнеш менән тәьмин ителер тип көтөлә. Ауыл халҡы Дәүләт Хеҙмәттәре порталы аша үҙ тораҡ пунктына тауыш бирә ала.

Проект 2030 йылға тиклем иҫәпләнгән, ошо осорҙа 100-ҙән алып 500-гә тиклем кеше йәшәгән бөтә ауылдар ҙа тотороҡло элемтә һәм интернет менән тәьмин ителер тип көтөлә.

2020 йыл аҙағында бәйләнеш тураһындағы федераль законға үҙгәрештәр индерелде. Уға ярашлы, 100 кеше йәшәгән ауылдарҙы ла мобиль элемтә менән тәьмин итеү шарт. Был йүнәлештә үҙебеҙҙең республика программалары ла бар. Хәҙерге заманда бөтә донъя селтәренә инеү йәшәү сифатының мөһим күрһәткесе булып тора тип уйлайым.

Геннадий Разумикин, Башҡортостан дәүләт идаралығының һанлы үҫеш министры