Мәскәүҙә халыҡ-ара күргәҙмә-форумда тарихи хәтер көнө үтте

Эҙәрмән отрядтары, реконструкторҙар сараға килгән ҡунаҡтарҙы үҙҙәренең эштәре менән таныштырҙы. «Һалдат яҙмышы» проекты ярҙамында эҙәрмәндәр Бөйөк Ватан һуғышында эҙһеҙ юғалған һалдаттарҙы табырға ярҙам итә.

Халыҡ-ара күргәҙмә форум 4 ноябрҙә башланды һәм 12 апрелгә тиклем дауам итә. Был майҙансыҡта Рәсәй төбәктәре менән яҡындан танышырға мөмкин. Форумда илдең фән, мәҙәниәт, сәнәғәт, энергетика, төҙөлөш, транспорт һәм спорт өлкәһендәге төп ҡаҙаныштары күрһәтелгән.

Күргәҙмәлә ҡаҙаныштар менән бер рәттән төбәктең тарихи үткәне, эҙәрмәндәр асыштары тураһында ла һөйләйбеҙ. Шуныһы ҡыуандыра, ҡунаҡтарҙа беҙҙең стенд ҙур ҡыҙыҡһыныу уятты, ҡайһы берәүҙәр хатта беҙҙең эҙәрмәндәр ярҙамында Бөйөк Ватан һуғышында юғалған яҡындарын эҙләп ҡараға теләк белдерҙе.

Инесса Косолапова, Башҡортостандың мәғариф һәм фән министры урынбаҫары

Башҡортостан стендында 12-14 декабрҙә инвестиция грамоталылығына өйрәтеү маҡсатында саралар уҙғарыла. Күргәҙмәгә килеүселәр төбәктең иҡтисади һәм туристик ҡеүәте менән таныша ала, шулай уҡ унда интерактив инвесткарта, әҙер бизнес проекттар һәм дәүләт ярҙамы саралары тәҡдим ителәсәк.