Республика хөкүмәтендә "Янғантау" геопаркын үҫтереү мәсьәләләре ҡаралды. Премьер-министр Андрей Назаров белдереүенсә, Башҡортостан геопарктары Рәсәйҙә һәм донъяла танылыу ала бара. Уларҙың инфраструктураһы яҡшыра. 2024 йылда Салауат Юлаевтың 270 йыллығында уның тыуған төйәгендә интерактив биләмә барлыҡҡа килә. Тарихи-мемориаль паркта Башҡортостандың милли геройы яҙмышы менән танышыу мөмкинлеге була.